Быйыл «Үлемһеҙ полк» сафына 400 меңдән ашыу кеше баҫасаҡ

Был турала 9 май байрамын үткәреү буйынса ойоштороу комитетында билдәле булды. Халыҡ акцияһы бер юлы онлайн һәм традицион форматта уҙа. Өфөлә үтәсәк «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Бөйөк Ватан һуғышы һәм төбәктә ойошторолған барлыҡ хәрби подразделениелар знаменалары штандарттары башлап ебәрәсәк. Шулай уҡ 9 май хәрби парад һәм байрам салюты көтөлә.

Шул уҡ ваҡытта «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы Үҙәк баҙар ҡулсаһына ҡуйылыуы ихтимал. Монументты ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе йәмәғәтселеккә сығарылып, тауыш биреү буйынса билдәләнәсәк.

Барыһы ла стеланың берҙәм проекты Еңеү паркы эргәһендәге аллеяға тура килмәүенә бәйле. Тағы бер ҙур проекттарҙың береһе – 9 майға ҡарай Башҡорт кавалерия дивизияһының исемлеген баҫтырып сығарыу.

Фото №1 - Быйыл «Үлемһеҙ полк» сафына 400 меңдән ашыу кеше баҫасаҡ

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ