Экспозицияла 27 рәссамдың ҡырҡҡа яҡын картинаһы урын алған. Ижади эштәр пейзаж жанрында яҙылған, уларҙа Алыҫ Көнсығыштан алып Калининградҡа тиклем – илдең бай тәбиғәте, ауыл күренештәре сағылыш тапҡан. Коллекция авторы билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Владимир Зорин.
Ижади проект Рәсәй йәмәғәт палатаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, бөгөн ойошма вәкилдәре художестволы ижадтың милләт-ара берҙәмлек булдырыуҙағы роле хаҡында фекер алышты. Осрашыуға власть органдары, милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре саҡырылғайны.
Түңәрәк өҫтәлдә һәләтле быуын тәрбиәләү, кадрҙар менән тәьминәт, вуздарҙа бюджет урындарын арттырыу, рәссамдарға күргәҙмәләр ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Шулай уҡ ҡала мөхитен булдырғанда һәм этномәҙәни туризмды үҫтергәндә ижади берлектәрҙең роле хаҡында ла һүҙ барҙы.
Гөлназ Хәйбуллина




