Октябрьский ҡалаһында «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары» КВН уйынының финалы үтте

Фестивалдә республиканың 13 районынын уҡыусылар командаһы көс һынаны. 

Юл-транспорт фажиғәләрендә балалар йәрәхәтен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараны Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторҙо.

Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны Дәүләт автоинспекцияһының 85 һәм «Башавтотранс» предприятиеһының 100 йыллығына арналған һынауҙарҙан торҙо. Республика бәйгеһендә Өфө районы командаһы еңеүсе тип билдәләнде. Ойоштороусылар Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре темаһына юлда түгел, сәхнәлә генә шаяртырға тигән теләктәрен еткерҙе.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһында «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары» КВН уйынының финалы үтте

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ