Фидрат Абзал улы Подольск спорт мәктәбе, Ленинград физкультура һәм спорт институтын тамамлай. Хоккей, гер, өҫтәл теннисы, бокс һәм башҡа секцияларҙы алып бара. Оҙаҡ йылдар Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәксеһе булып эшләй.
«Саҡмағош-арена» боҙ һарайында үткәрелгән ярышта биш хоккей командаһы ҡатнашты. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, уҡыусылар боҙҙа үҙҙәрен ысын спортсылар итеп күрһәтә. Бәйгегә улар ныҡлы әҙерләнеп килгән. Һөҙөмтәлә, Имәнлеҡул, Йомаш һәм Туҙлыҡуш ауылдары егеттәре призлы урын алды. Шулай уҡ «Иң яҡшы ҡапҡасы» һәм «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияларында еңүселәр билдәләнде.
Әлфинә Килдейәрова




