Ул «Мега» сауҙа үҙәге эргәһендә урынлашасаҡ.
Билдәле булыуынса, 21-25 июлдә үтәсәк күләмле сараға 10 меңдән ашыу ҡатнашыусы һәм тамашасы килер тип көтөлә. Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров «Мега» сауҙа үҙәге эргәһендәге майҙанда булды. Тап ошо урын «Ворлдскилс»чемпионатын уҙғарыу өсөн һайланған. Әле бәйгегә махсус рәүештә заманса ҡорамалдар һатып алынған. Улар менән артабан республика уҡыу йорттары студентары файҙалана ала.
Майҙансыҡта ваҡытлыса йыйылған ҡоролмаларҙың бер өлөшө лә, киләсәктә башҡа сараларҙа ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ әлеге ваҡытта яңы бина төҙөү тураһында һүҙ бара. Чемпионаттан һуң унда төрлө конгрестар һәм күргәҙмәләр ойоштороу ҡарала.
«Дуҫлыҡ монументы» эргәһендәге майҙансыҡта бер минутҡа ла эш тынмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект ғәмәлдәге ике күпер араһына өс һыҙатлы яңы өҫтәмә күпер һалыуҙы күҙ уңында тота.
Яҡын көндәрҙә Ағиҙелдең ике ярын тоташтырыу буйынса эш башланасаҡ. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәр йылғаның уң яғында ваҡытлыса ярҙамсы терәүҙәр күтәрҙе. Бетон менән нығытҡан ваҡытта Яр буйы урамында транспорт хәрәкәте сикләнде. Төҙөлөш графикка ярашлы бара, ул йыл аҙағында сафҡа инәсәк.
Илдар Байбулатов






