Быуаттар аша. Өфөлә ошондай исем аҫтында янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе асылды. Бында 300 йыл элек ҡулланылған мискәле ат арбаларын да, заманса өлгөләрҙе лә күрергә була.
Майҙанда шулай уҡ хәүефһеҙлек квестында ҡатнашырға, тәүге ярҙам ысулдары менән танышырға мөмкин. Ошонда уҡ ирекле ирекмән отрядтары үҙҙәре менән булған фәһемле хәлдәр хаҡында һөйләй, кинологтар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың эш үҙенсәлектәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Автоматлаштырылған идара системаһы, еңел генә көйләнгән автобаҫҡыстар. Янғынды 70 метр бейеклектә лә һүндерә алған техниканы әлеге замандың төп ярҙамсыһы тип әйтергә мөмкин. Сөнки ут болоттарға олғашҡан бейек объекттарҙа ла сығыуы ихтимал.
Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, тик техниканы ҡуллана алмаған осраҡтар ҙа була. Ҡайһы бер йорттар араһына үтә яҡын урынлашыу сәбәпле инеп булмай. Шуға ҡарамаҫтан автобаҫҡыстар ярҙамында ҡотҡарылған ғүмерҙәр һаны күбәйә, йылына ғына 4 меңләп кеше.
Заман техникаһының мөмкинлектәре лә, ҡеүәте лә арта. Сағыштырыу өсөн, иҫке машиналар минутына 1 мең 800 литр һыу һиптерә алһа, яңыларҙа һан ике тапҡырға тиерлек күберәк. Был үҙ сиратында утты тиҙ арала һүндереү мөмкинлеге бирә. Ә 300 йыл элек хеҙмәткәрҙәрҙең мискәле аттарҙа ғына хәрәкәт иткән сағы ла була.
Майҙанда төрлө заманда ҡулланылған янғын һүндереү техникаһы ҡуйылған. Ә иң тәүгеһе 1804 йылда уҡ барлыҡҡа килә, тап ошо Мәскәүҙә профессионал бригада барлыҡҡа килә. Күреүегеҙсә борон әлеге һымаҡ ҡеүәтле транспорт булмаған, янғын һүндереүселәр һыуҙы һәм инструменттарҙы ат егеп арбаларҙа ташыған.
Хәҙер иһә система көндән-көн камиллаша. Матди-техник база нығытыла, янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығы арттырыла. Әлбиттә, профилактика эштәре лә мөһим урын алып тора. Халыҡ менән бергә эшләмәй тороп уңышҡа өлгәшеп булмай.
Бәлә-ҡазаға һәр кемдең тарыуы ихтимал. Шуға күрә лә майҙанда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, тәүге ярҙам алымдары менән таныша, квестарҙа ҡатнаша ала. Сөнки күп осраҡта тап ваҡытында күрһәтелгән дөрөҫ ярҙам кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуы ихтимал, ти ҡотҡарыусылар.
Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙың һайлаған һөнәр ҙә, күңел торошо ла булыуы ихтимал. Ирекмәндәр тап ошо икенсе категорияға ҡарай ҙа инде. Улар ҙа майҙанда үҙ эштәренең нескәлектәре менән таныштыра. Ә кешеләрҙең дә хәленән килмәгән осраҡта ике аяҡлы дуҫтарыбыҙ-эттәр ярҙамға килә, улар емереклектәр аҫтында ҡалғандарҙы ла, юлдан яҙғандарҙы ла таба.
Рәмзиә Кәримова






