Илебеҙҙең төрлө биләмәләрендә урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлеүе мөмкин

Рәсәй урман хужалығы федераль агентлығы 2021 йылдың апрель-октябрь айҙарына урмандарҙа янғын сығыу ихтималлығына оҙайлы фаразлау иғлан итте. Мәғлүмәттән күренеүенсә, алдағы миҙгелдә илебеҙҙең төрлө биләмәләрендә урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлеүе мөмкин.

Күҙаллауҙар буйынса, Башҡортостанда хәүефле мәл, май айында көньяҡ райондарҙан тыш тотош республика биләмәһендә, июндән, сентябргәсә көньяҡ төбәктәрҙә уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙә юғары булыуы фаразлана. Былтыр урман янғындарының йышайған осоро йәйҙең саманан тыш эҫе килеүенә бәйле июль урталарында тура килде. 13-нән 22-нә тиклем 65 ут сығыу осрағы теркәлде, янғындан 1574 гектар майҙан зыян күрҙе.

Фото №1 - Илебеҙҙең төрлө биләмәләрендә урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлеүе мөмкин
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ