Өфөлә йәшәүселәр шәмбе өмәһенә сыҡты

Яҙҙы ҡаршылап. Өфөлә йәшәүселәр шәмбе өмәһенә сыҡты. Төрлө ойошма, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләр ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын ҡар һәм боҙ ҡалдыҡтарынан таҙартты. Тиҙҙән Сипайлово биҫтәһендә асыласаҡ балалар баҡсаһы майҙанында ла күләмле акция ойошторолдо. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе ата-әсәләр ял көнөн файҙалы үткәрергә тырыша, шуға ла улар шәмбе өмәһен ситтә ҡалмай көрәктәр тотоп балалар баҡсаһына килгән. Тиҙҙән сафҡа инәсәк объектҡа уларҙың сабыйҙары йөрөйәсәк, шуға ла экологик акция байрам кәйефендә үтте.

69-сы балалар баҡсаһын таҙартҡас өмәселәр саф һауала ҡоймаҡ менән һыйланып самауыр сәйе эсте. Йыр-моң, күңелле уйындарға ҡушылған кескәйҙәр бейеп күңел асты.

Тирә-яҡты таҙа тотоуға, балаларҙа экологияға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән акция Өфөнөң башҡа биләмәләрендә лә үтте. Шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә «Яҙ килә» тип исемләнгән хэштег менән уртаҡлашты.

Баш ҡала биләмәле ҡар һәм боҙ ҡалдыҡтарынан таҙартылғас шәмбе өмәләренең икенсе өлөшө ойоштороласаҡ. Йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыу, ағас, сәскәләр ултыртыу күҙаллана.

Алтмышлап кеше учреждение тирәһендәге киң майҙанды бер-ике сәғәттә тәртипкә килтереп күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты. Ата-әсәләр саф һауала аралашып, физик эш шөғөлләнеп көс һәм дәрт тупланы.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүселәр шәмбе өмәһенә сыҡты

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ