Төп байрам саралары 9 майға тәғәйенләнгән. Быйыл “Үлемһеҙ полк” хәрәкәтендә республикала – 400 мең, Өфөлә 130 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә. Республика һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов.
Еңеү көнө алдынан һәйкәлдәр һәм ҡәберлектәр тәртипкә килтерелә, шулай уҡ иҫән ҡалған ветерандарға барыу, уларға медицина ярҙамы күрһәтеү бурысы ҡуйыла.






