Уларҙың бишәүһе йәмәғәт урындарында ойошторолған. Республикала прививка эшләтеү барышы менән бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә таныштырҙылар. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин:
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ҡала дауаханаһы коронавирус пандемияһы иғлан ителгәндән һуң ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде. Был аҙнала медицина учреждениеһы ғәҙәти эш тәртибенә күсерелә. Беҙҙең студия менән тура бәйләнештә дауахананың баш табибы, медицина фәндәре докторы Фәнил Шәмиғолов.
-Хәйерле көн, Фәнил Булат улы. Клиниканың эш режимын үҙгәртеү ҡатмарлымы?
-Төрлө фараздар бар. Апрель аҙағында, май башында коронавирустың өсөнсө тулҡыны булыуы ихтимал, тиҙәр. Республикала эпидемиологик хәл насарайып киткән осраҡта, һеҙҙең дауахананы КОВИД госпиталь итеп үҙгәртеү өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
-Рәхмәт! Беҙҙең студия менән тура бәйләнештә Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов булды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда йоғошло сирҙәр өсөн 1 мең 600 урын ҡалдырыла. Өфөлә асылған Ситуация үҙәге апрель аҙағына тиклем эшләй. Республикала 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн изоляция тәртибе 14 апрелгә тиклем оҙайтылды.






