Республикала ата-әсәләр һәм уларҙың балалары мәктәптә ашатыу сифатына зарланыуын дауам итә

Фото №1 - Республикала ата-әсәләр һәм уларҙың балалары мәктәптә ашатыу сифатына зарланыуын дауам итә

Туҡланыу насар.  “Инцидент-менеджмент” системаһына февралдә 200-ҙән ашыу, мартта – 125  мөрәжәғәт ҡабул ителгән, Һуңғы өс йылдағы күрһәткестәрҙе сағыштырғанда, быйыл улар күпкә артҡан. Башҡортостан Башлығы хакимиәте янындағы социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошондай миҫалдар килтерҙе.

Республикала ата-әсәләр һәм уларҙың балалары мәктәптә ашатыу сифатына зарланыуын дауам итә

Туҡланыуға бәйле иң күп ялыуҙар Өфө ҡалаһы һәм районынан ҡабул ителгән. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, мәктәптәге туҡланыуға бәйле ялыуҙар хакимиәт башлыҡтары һәм мәктәп етәкселегенә тапшырыла. Етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлә, әммә проблемалар бар. Министр билдәләүенсә, республикала туҡланыуҙы ойоштороу буйынса төбәк стандарты булдырылған. Ошо йылдың 1 сентябренән бындай акт мотлаҡ һанала. Башҡортостан Башлығы балаларҙы ашатыуҙы яҡшыртыу буйынса даими эш алып барырға ҡушты. “Уҡыу йылы аҙағында туҡланыу сифаты мәсьәләһен тағы ла ҡараясаҡбыҙ”, тине Радий Хәбиров.

Республикала ата-әсәләр һәм уларҙың балалары мәктәптә ашатыу сифатына зарланыуын дауам итә

Ата-әсәләр мәктәптә туҡланған өсөн “Алға” картаһы менән иҫәпләшеүҙе яйға һалыуҙы һорай. Республикалағы ҙур ҡалаларҙа бындай мөмкинлек бар. Тиҙҙән түләү терминалдары ауыл ерендә лә була, тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

#Инцидент #ШкольноеПитание

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ