Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте. Исемлек Рәсәй төҙөлөш министрлығы тарафынан төҙөлгән.
Уңайлы мөхит булдырған ҡалалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 17-се, Волга буйы федераль округында 3-сө урында тора. “Күрһәткестәр яҡшы, әммә эште тағы ла тиҙләтергә кәрәк”, тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.






