“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” йыйынтығы өҫтәлмә тираж менән сыға. Был турала 9 май байрамын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙеләр. Китапта Башҡортостанда тыуған йәки Ҡыҙыл Армияға республиканан саҡырылған яугирҙарҙың биографияһы баҫыла. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Китапҡа 2 мең 700-гә яҡын биографик белешмә, 200-ҙән ашыу һүрәт ингән.




