Башҡортостанда 230-ҙан ашыу ауыл һәм ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал

Фото №1 - Башҡортостанда 230-ҙан ашыу ауыл һәм ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға бәйле хәл ҡаралды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы етәксеһе Марат Латыпов әйтеүенсә, 30 меңдән ашыу кеше оло һыуҙан зыян күреүе ихтимал. Яҙғы ташҡынды тыныс үткәреү өсөн мөһим эштәр башҡарыла.

Башҡортостанда 230-ҙан ашыу ауыл һәм ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе аҙнанан ҙур йылғаларҙың боҙҙан әрселә башлауы көтөлә. Әле көнбайышта бәләкәй дала йылғаларында боҙ китеүе күҙәтелә. Яҙғы ташҡындың көсө һауа торошона бәйле була. Синоптиктар билдәләүенсә, аҙна башында ҡар һәм ямғыр яуа, ә икенсе өлөшөндә аяҙ була һәм йылыта. Башгидрометеоүҙәктең бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова һөйләй.

Башҡортостанда 230-ҙан ашыу ауыл һәм ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ