Был көндәрҙә хужалыҡтар техника ремонтлай, ашлама, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләй, механизаторҙар өсөн курстар уҙғара. Әлшәй районында ужым культураларын күберәк сәсергә тырышалар. Был төбәк шарттарында яҙғы культураларға ҡарағанда, ужым уңышы юғарыраҡ була. Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәгенең республика филиалы Әлшәй бүлеге етәксеһе Радик Гәрәев һөйләй.
Әлшәй хужалыҡтарына быйыл 58 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарып сығыу бурысы тора.






