Танылған геолог Рәсих Хәмитовҡа 70 йәш!

Фото №1 - Танылған геолог Рәсих Хәмитовҡа 70 йәш!

Бөгөн Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе Рәсих Әғзәм улы тыуған көнөн билдәләй. Ул Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамалай. Хеҙмәт юлын Калининград өлкәһендә быраулау оҫтаһы булараҡ башлай. Ниндәй генә вазифаларға тәғәйенләнһә лә, эшен намыҫ менән башҡара. Бөгөн ул ҡаҙылма байлыҡтар буйынса иң оҫта белгестәрҙең береһе һанала. “Киләсәккә ҡорған бөтә пландарым яратҡан хеҙмәтем һәм ғаиләм менән бәйле”, - ти Рәсих Хәмитов.

Танылған геолог Рәсих Хәмитовҡа 70 йәш!

Рәсих Хәмитов “Юлдаш” радиоһы әҙерләгән тапшырыуҙарҙа эксперт булараҡ сығыш яһап килә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ