Проект “Республика” тигән исем аҫтында тормошҡа ашырыла. Турҙа башҡорт һәм татар блогерҙары ҡатнаша. Уларға республиканың төрлө матур урындары буйлап сәйәхәт ойошторола. Ә блогерҙар ял тураһында социаль селтәрҙәрендә бәйән итә. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. “Ул Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән”, - ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Наҙгөл Ғәлиева.






