Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә аграр тармаҡта экспорт мәсьәләһе ҡаралды. Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, хужалыҡтар күберәк юғары табышлы тауар һатыуға өҫтөнлөк бирә башлаған.
Республика Башлығы Радий Хәбиров артабан хужалыҡтарға экспорт йүнәлешендә ярҙам итеү һәм күрһәткестәрҙе арттырыу бурысын ҡуйҙы.




