Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Мәғлүм булыуынса, медицина учреждениеһы республикала иң тәүгеләрҙән булып ковид госпиталь итеп үҙгәртелгәйне. Әле республикала сирлеләр һаны әҙәйеү сәбәпле ихтыяж кәмегән. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы ташҡынға, «Йәшел Башҡортостан» акцияһына әҙерлек, мәктәп туҡланыуын яҡшыртыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, 15 апрелдән белем усаҡтары ашханаларында яңы контроль системаһы индерелә. Төп яңылыҡтар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Аҙыҡ-түлек блоктарын алмаштырыу, берҙәм меню, яңы һауыт-һаба. Һуңғы ике йыл эсендә мәктәп туҡланыуы ҡырҡа үҙгәрештәр кисерә. Һөҙөмтә бар. Миҫал өсөн, 2019 йылда «Инцидент-менеджмент» системаһына ата-әсәләрҙән 753 ялыу килһә, былтыр ике тапҡырға әҙерәк. Тикшереүҙәр ҙә етешһеҙлектәр кәмеүен иҫбатлай.
Рейд уҙған 50-гә яҡын мәктәптең бишәүһендә генә талаптарҙың үтәлмәүе теркәлгән. 15 апрелдән һәр ата-әсә балаһының нисек туҡланыуын берҙәм мәғлүмәт системаһы аша күҙәтә ала. Тағы ла бер яңылыҡ – аҙыҡ-түлек менюһы төҫтәргә бүленә башлай, был уҡыусыларҙы дөрөҫ туҡланыуға өйрәтеү маҡсатында эшләнелә.
Республика башлығы был теманы даими күҙәтеү аҫтында тоторға ҡушты. Уҡыу йылы аҙағында эш һөҙөмтәләре тағы ла тикшереләсәк.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – яҙғы ташҡынға әҙерлек. Белгестәр фекеренсә, ҡар запастары күп йыллыҡ норманан артмай. Әммә һыу баҫыу хәүефе янаған зоналар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы 750 сантиметрға күтәрелгән осраҡта, Башҡортостандың 41 муниципаль берәмегендәге 230 ауылға һыу баҫыу ҡурҡыны янай. Был биләмәгә 11 мең тирәһе йорт инә, уларҙа 30 меңләп кеше йәшәй. Шуға күрә лә белгестәр әле хәүефле зоналарҙа даими эш алып бара.
Республика йәшел ҡалҡаныбыҙ булған урмандарҙы тергеҙеү буйынса ла лидерлыҡты бирмәй. Быйыл «Йәшел Башҡортостан»дан тыш «Хәтер баҡсаһы» акцияһын да уҙғарыу ҡарала. Сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала. Мәғлүм булыуынса, был идеяны Рәсәй Президенты Владимир Путинға Иглин районынан 11 йәшлек экоблогер Матвей Анискин тәҡдим иткәйне. Башҡортостан башлығы йәш экоблогерҙың ниәтен хупланы.
Республиканы йәшелләндереү акцияларында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Радий Хәбиров был сараларҙа байрам кәйефе тыуҙырыу бурысын да ҡуйҙы.
Рәмзиә Кәримова




