Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат райондарында 10 экипаж составында эшләгән.
Төнъяҡ-көнсығыш зоналағы профилактик сара ваҡытында эскән килеш руль артына ултырған водителдәр һәм башҡа ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлгән. Өс көн эсендә юл ҡағиҙәһен боҙоуға бәйле 7 меңдән ашыу протокол төҙөлгән.
Рәмилә Исмәғилева






