Башҡортостанда һуғыш ветерандары, концлагерь һәм гетто ҡорбандары, Ленинград блокадаһын кисергән граждандар өсөн бушлай такси ойошторолдо. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгенә шылтыратып айына дүрт тапҡыр такси менән файҙаланырға мөмкин. Бушлай такси хеҙмәтен төбәктә 300-ҙән ашыу кеше саҡыртҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Людмила Солдатованың бала сағы һуғыш осорона тура килгән. Хаҡлы ялдағы ханымдың сабый сағы Ленинград блокадаһында үткән. Шуға ла Людмила Алексеевна Еңеү көнөнә арналған сараларҙы, һуғыш ветерандары өсөн ҡаралған льготаларҙы ла ул ҡыуанып ҡабул итә. Өфөлә ойошторолған социаль такси хеҙмәттәрен ветеран тәүгеләрҙән булып һынап ҡараған.
Социаль такси хеҙмәте менән һуғыш ветерандары, концлагерь һәм гетто ҡорбандары, Ленинград блокадаһында йәшәүселәр файҙалана ала. Бушлай такси менән айына дүрт тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, дауаханаға ике тапҡыр барып ҡайтырға була.
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге тарафынан ойошторолған программа сиктәрендә билдәле такси ойошмаһы менән килешеү төҙөлгән. Бушлай такси хеҙмәте Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа лә ғәмәлдә.
Һуғыш һәм концлагер михнәттәрен күргән, Ленинград блокадаһында аслыҡ кисергән өлкән йәштәге граждандарға бушлай такси ойоштороу – уларҙың ауыр тормошон еңеләйтеү өсөн ҡаралған алымдарҙың береһе. Ветерандар әйтеүенсә, эш таксиға түләнгән аҡсала ла түгел, иғтибар һәм тырышлыҡ ҡәҙерле.
Флорида Ким






