Башҡорт донъяһының матур бер йолаһына әүерелгән ырыуҙар йыйыны дауам итә

Сираттағы оло сарала үҙ аҫаба ерҙәрендә Эске Йылан ырыуы вәкилдәре ҡор йыйҙы. Дүртөйлө ҡалаһында үткән съезд Башҡорт тарихы йылы һәм «Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә уҙғарылды.

Белгестәр әйтеүенсә, республикала һәм башҡа төбәктәрҙә 120 меңгә яҡын башҡорт йылан ырыуы вәкиле иҫәпләнә. Ырыу атамаһы – йылан этнонимы бөгөн дә ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр уята. Бер фаразлау буйынса, ул боронғо башҡорттарҙың йыланды ололауына, хөрмәтләүенә ҡайтып ҡала. Әммә этнолог һәм тарихсы Раил Кузеев был фекерҙе инҡар итә, ул билдәләүенсә, йыландарҙың этник сығышы ҡыпсаҡ берләшмәһе сиктәрендә үҫешкән. 

Беҙҙең шәжәрә бик боронғо, бында ун биш быуын теркәлгән. Беҙҙең Исмаил бик боронғо ауыл, Иҫке Йорттан беҙҙең йылан ырыуы барлыҡҡа килгән дә инде. Үҙем бәләкәй саҡтан ҡыҙыҡһына инем, атайымдың, әсәйемдең шәжәрәһе менән. Бәләкәй саҡта атайымдан һорай инем, беҙ башҡорттармы, татарҙармы тип. Атайым гел әйтте, беҙ башҡорттар тип. Башҡорттар Хөсәйез йылғаһы буйынса башҡорттар килеп урынлашҡан, беҙ шул башҡорттар вариҫы, ти ине атайым.

Хәсән Хәмзин, Дүртөйлө районы Исмаил ауылында йәшәүсе  

Йыландарҙың аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай киң биләмә булып һуҙылған. Вариҫтары бөгөн Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында йәшәй. Татарстандың Баулы районында ла Йылан ырыуы вәкилдәре бар.

Бына был беҙҙең ағинәйҙәребеҙ, бәләкәй генә Ҡужбаҡты тигән ауылда йәшәп яталар. Шунда улар үҙҙәре «Илһам» тигән ансамбль ойошторған. Йырлайҙар, үҙебеҙҙең бәйеттәрәбеҙҙе, мөнәжәттәребеҙҙе өйрәнәләр.

Гүзәл Нуриева, Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе 

Эске Йылан ырыуының данлы улдарының береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Нәзар Нәжми. Ул Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуып үҫкән. Бында әҙиптең йорт-музейы эшләй, унда һаҡланған экспонаттарҙың иң затлыһы – Назар Нәжмиҙең нәҫел ағасы. Әҙип шәжәрәһен үҙе ентекле өйрәнеп, нәҫел тамырҙарын барлай,  һуңынан был эште уның ҡыҙы дауам итә.

Назар Нәжмиҙең шәжәрәһе Бәширҙән башлана. Бәшир үҙе Ҡайынлыҡ яғынан килгән, тип фаразлайҙар. Яманғол исемле кеше Миңеште ауылына килеп төпләнә һәм унан, бында, ауылда, Назар Нәжмиҙең нәҫеле башлана.

Йәлил Сабиров, Назар Нәжмиҙең йорт-музейы методисы 
Башбат

Эске Йылан ырыуы йыйынының пленар өлөшөндә урындағы халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Сарала ҡатнашыусылар Эске йылан ырыуы советы һәм уның башлығын һайланы, быйылға эш планын раҫланы. Ырыуҙар йыйыны штандарты артабан Танып ырыуына тапшырылды. Киләһе оло ҡор 9 апрелдә Балтас районында үтә.

Фото №1 - Башҡорт донъяһының матур бер йолаһына әүерелгән ырыуҙар йыйыны дауам итә

 Гөлдәр Сафина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ