Өфөлә эшсе йәштәр араһында КВН үтте.
Ике тиҫтәнән ашыу команда, республиканың төрлө предприятиелары исеменән Конгресс-холл сәхнәһендә сығыш яһаны. Шулай уҡ командалар Татарстан, Силәбе өлкәһе һәм Пермь крайынан да килгәйне.
КВН уйыны Республика пофсоюздар федерацияһы һәм Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан ойоштролдо. Фестивалдең маҡсаты – йәштәр мөхитендә хеҙмәт хоҡуғын һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү.
Гүзәл Борханова




