Башҡортостан биатлонсылары – Рәсәй чемпионы!

Ханты-Мансиҙа уҙған ил чемпионатында республиканың ир-егеттәр командаһы эстафетала алтын миҙал яуланы. 

Яҡташтарыбыҙ составында Александр Бабчин, Антон Бабиков, Алексей Петров һәм Эдуард Латипов йүгерҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ дистанцияһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ атыу рубеждарында ла һынатманы, 6 тапҡыр хата ебәреүгә ҡарамаҫтан, өҫтәмә патрондар менән ябылмаған сәптәрҙе ҡаплай алды.

Шулай итеп Өфө биатлонсылары финишҡа беренсе килде. Икенсе урынды алған хужалар яҡташтарыбыҙҙан ярты минутҡа ҡалышты. Бронза миҙалға Мәскәүҙең атыусы саңғысылары лайыҡ булды. Чемпионат һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы өсөн кандидаттар һайлап алынасаҡ. Улар бөгөндән үк киләһе олимпия уйындары миҙгеленә әҙерлек башлаясаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан биатлонсылары – Рәсәй чемпионы!

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ