Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Уҙған йылда коронавирус башланыу менән онлайн эшләү һәм уҡытыуға күсергә тура килде. Мәктәптәрҙең интернетҡа тоташыуы көнүҙәк мәсьәлә булды. Шуға бөтә мәктәптәрҙе донъя селтәренә тоташтырырға тейешбеҙ, тине Андрей Назаров. Быйыл республикала 300-ҙән ашыу уҡыу йортона интернет үткәрелә.




