Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 151 пациент һауыҡҡан, 2 кеше вафат булған. Әле стационарҙарҙа 142 кеше дауалана, 4 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 5-әүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус ҡорбандары һаны 380-гә етте.
Коронавирустан һаҡланыу һәм сирҙе таратмауҙың төп ысулы тип вакцина яһау һанала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙғарған бөгөнгө брифингта прививка эшләтеүҙең шарттары аталды. Министр урынбаҫары Евгений Кустов.




