Ошо уңайҙан республика халыҡ ижады үҙәге оффлайн саралар ойоштора. 14 апрель “Дуҫлыҡ бейеүе” һәм “Милли костюмда фото” акциялары старт ала. Уларҙы социаль селтәрҙәрҙә махсус хештегтар менән урынлаштырырға кәрәк. Бынан тыш сарала мили кейемдәр әҙерләү буйынса видеопрезентациялар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ҡаралған. Тулы мәғлүмәт менән халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға була.




