Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә шул турала яҙа. “Хирургия бүлеге 60 процентҡа әҙер. Инженер селтәрҙәре үткәрелгән, эске биҙәү эштәре бара. 10 ҡатлы бина юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Киләһе йылға төҙөлөш тамамланырға тейеш. Ә 2023 йылғаса кардиоүҙәктең ҡалған бүлектәрен төҙөкләндереүҙе теүәлләп ҡуябыҙ”, - тип белдерә Радий Хәбиров. Республика кардиоүҙәгендә йылына 17 меңдән ашыу тикшереү һәм операция үткәрелә. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен илдәге һәм тотош донъялағы бер нисә клиникала, шул иҫәптән Өфөлә генә эшләйҙәр.






