Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, һәр район һәм ҡаланан ундан артыҡ заявка ебәрергә ярамай. Награда менән өлгөлө ғаилә башлыҡтары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәр бүләкләнә. “Атайлыҡ даны” премияһы беренсегә былтыр тапшырылды. 27 атай абруйлы бүләккә эйә булды.






