2021 саҡрым артта. «Рәсәй-2021» патриотик велоэкспедицияһында ҡатнашыусылар символик һанды Ростов һәм Воронеж өлкәләре сигендә теркәне. Команда ағзалары Прохоровка эшселәр ҡасабаһына килеп еткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был биләмәләрҙә аяуһыҙ ҡаты танк һуғышы барған.
Велоэкспедицияла ҡатнашыусылар легендар танк-34 фонында иҫтәлеккә фотоға төштө. Марштруттың киләһе нөктәһе – Белгород өлкәһе. Юл еңелдән булмаясаҡ, ти, экспедиция ағзалары. Сәйәхәтселәргә юл ғазабын еңеләйтергә Көньяҡ Сахалиндан экспедицияла ҡатнашыусы медицина хеҙмәткәре Александр Коновалов ярҙам итә.
Гүзәл Борханова






