«Йәш армия» хәрәкәте ағзалары оҫталығын камиллаштыра

Әбйәлил районының «Ирәндек» лагеры базаһында хәрби-патриотик смена уҙҙы.

Әбйәлил районының белем усаҡтарында «Йәш армия» хәрәкәте әүҙем эшләй. Ойошмаға егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа ҡушыла. Улар төрлө сараларҙа ҡатнаша, хәрби әҙерлеген нығыта. «Ирәндек» лагеры базаһында уҙғарылған йыйында Әбйәлил районының төрлө белем усаҡтарынан ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был күнекмәләрҙең Ҡораллы көстәр сафында файҙаһы көслө.

Хәрби-патриотик сменала ҡатнашыусылар тәжрибәле хәрбиҙәрҙән файҙалы кәңәштәр ҙә, практик дәрестәр ҙә алды. Улар тигеҙ сафтарҙа уҙҙы, ҡоралды һүтеп-йыйып та, атып та ҡараны. Противогаз кейеү ҙә тиҙлеген тикшерҙе. Хатта, саф һауа аҫтында уҡтан атыу буйынса күнекмәләр ҙә ойошторолдо.

Уҡытыусылар фекеренсә, был шөғөлдө үҙләштереү ҙә ҡамасауламай, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Икенсенән, уҡ атыу кәүҙәне тура тоторға өйрәтә, күреү һәләтен яҡшырта. Егеттәр хәрби йыйындан ҡәнәғәт, был сара уларға үҙҙәрен әрме хеҙмәтендә тип хис итеү мөмкинлеге биргән.

Фото №1 - «Йәш армия» хәрәкәте ағзалары оҫталығын камиллаштыра

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ