Өфөнөң Урмансылар паркында айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянды

Хужалыҡта йәшәүсе тайыштабандар яҙҙы үрсеп ҡаршыланы. Ғинуарҙа Настя, Маша һәм Кнопҡа ҡушаматлы айыуҙарҙың балалары тыуған. Хайуандарҙың көндәлеге БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Оҙайлы ҡышҡы йоҡонан уяған айыуҙар ҡояш нурҙарына иркәләнеп яҙҙы ҡаршылай. Һыуыҡта йоҡлап улар ялҡып бөткән, шуға ла әле тайыштабандар ваҡытын әүҙем үткәрергә тырыша.

Балыҡ, ит, арпа бутҡаһы, еләк ашарға яратҡан айыуҙар кешеләр иғтибарына өйрәнеп бөткән. Айыу балалары ошо көндәрҙә йылы бүлмәгә күсерелгән.

Айыу өңдәренән тәүге тауыштар 6-7 ғинуарҙа ишетелә башланы. Тайыштабандар быйыл һуңыраҡ сығып йөрөй башланы, башҡа йылдарҙа март урталарында уҡ әүҙемләшә торғайнылар.

Максим Щербаков, ҡаланы йәшелләндереү хужалығының төҙөкләндереү һәм урман хужалығы бүлеге етәксеһе

Яңы тыуған тайыштабандар әлегә ҡушаматһыҙ. 20 йәшлек Потап һуңғы ун йыл эсендә хужалыҡта донъяға килгән бөтә айыуҙарҙың да атаһы.

Урмансылар паркына тайыштабандарҙы күрергә килгән кешеләр ситлек аша кескәй айыуҙарға ашарға бирә ала, ә шулай ҙа был һөт кенә эскән бәләкәс хайуандарға күстәнәстәр зыян килтереүе ихтимал. Ҙурайып көс туплағандан һуң улар цирк һәм зоопарк тамашасыларын ҡыуандырыр тип көтөлә.

Фото №1 - Өфөнөң Урмансылар паркында айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянды

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ