«Өфө» футболсылары Рәсәй кубогы финалының сирек уйындарына әҙерләнә

Сираттағы матч 7 апрелдә Грозный ҡалаһында «Әхмәт» командаһына ҡаршы үтә. Яҡташтарыбыҙ уйынға етди әҙерләнә, көн һайын футбол яланы һәм спорт залында күнекмәләр ойошторола.

Команданың баш тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Николай Сафрониди билдәләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙең «Динамо»һынан 4-0 иҫәбенә еңелгәндән һуң Рәшит Рәхимов отставкаға киткәйне.

Фото №1 - «Өфө» футболсылары Рәсәй кубогы финалының сирек уйындарына әҙерләнә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ