"Инцидент-менеджмент" системаһы әле булған күперҙең хәүефле булыуы тураһында күп ялыу-мөрәжәғәттәрҙе теркәгән. Башҡортостан менән идара итеү үҙәге был мәсьәлә буйынса Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып бара. М-5 трассаһы өсөн "Приуралье" юл хужалығы идаралағы яуаплы. Сәрмәсән йылғаһында авария хәлендәге күпер янында яңыһы төҙөлә. Уны быйыл көҙ асыу планы ҡуйылған.






