Сатира һәм юмор оҫтаһы Марсель Сәлимов ижадташ дуҫтарын йыйҙы

«Рәсәйҙең алтын ҡәләме» премияһына лайыҡ әҙиптең бай фантазияһы һәм тапҡырлығы бөгөнгө замандың асыҡ сағылышы. Дуҫтары, ҡәләмдәштәре Марсель  Шәйнур улы Башҡортостан данын ижады аша Рәсәйгә генә түгел, бөтә донъяға тарата, тигән фекерҙә.    

Тыныслыҡ һәм юмор илсеһе менән осрашыуҙа тәржемәселәр, яҙыусылар, сәйәсмәндәр һәм көлкө яратҡан ябай уҡыусылар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Марсель Сәлимовтың сатира һәм юмор менән һуғарылған халыҡсан ижады йәшәүгә дәрт өҫтәүен, бер аҙға ғына булһа ла тормош ығы-зығыһынан арынырға ярҙам итеүен билдәләне. Юмор оҫтаһы бөгөн шулай уҡ  «Тишекле таш» китабын киң тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте.    

Фото №1 - Сатира һәм юмор оҫтаһы Марсель Сәлимов ижадташ дуҫтарын йыйҙы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ