Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты һайлауҙарында ҡулланыласаҡ яңы төр КОИБ-тар презентацияланы

Өфөлә КОИБ-2017 – һайлау бюллетендарын эшкәртеү комплексының яңы төрөн – презентацияланылар.

Һайлауҙар мәлендә КОИБ-тар 219 һайлау участкаларында ҡулланыласаҡ. Шуларҙың 33-ө яңыларҙан иҫәпләнә. Алдағыларынан был төр йомғаҡлау протоколын әҙерләгәндә бирелгән стандарт йыйылманы машина уҡырлыҡ кодҡа (QR-код) әйләндерә алыуы менән айырыла.

Кандидаттар араһында кемдәр бармы? Григорий Явлинский («Яблоко»), Павел Грудинин (КПРФ), ЛДПР-ҙан Владимир Жириновский, телевидение алып барыусыһы Ксения Собчак һәм башҡалар. Оҙаҡ ваҡыт тынлыҡ һаҡлағандан һуң Владимир Путин да Рәсәй Президенты һайлауҙарында кандидат булараҡ ҡатнашасағын белдерҙе.

Владимир Путиндың вәкәләт ваҡыты 2018 йылдың 7 мартында тамамлана. Әйткәндәй, ул президентлыҡҡа дәғүәсе сифатында һайлау алды кампанияһында дүртенсегә ҡатнаша. Һайлауҙа еңгән осраҡта дәүләт башлығы вазифаһын 2018 йылдан 2024 йылға тиклем тағы алты йыл биләйәсәк. Рәсәйҙең Президенты итеп ул беренсе тапҡыр 2000 йылда 4 йылға һайланғайны.