Республикала 30-ҙан ашыу онлайн саралар планлаштырылған. Каникул ваҡытында финанс белем өлкәһендәге темаларға уҡытыусылар өсөн семинарҙар, мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға вебинарҙар үткәрелә. Сара сиктәрендә Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбендә Республика ғаилә фестивале уҙа. Унда викториналар, уйындар, иҡтисад белем буйынса турнирҙар ойошторола.






