Бөгөн Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлаусыларҙы иҫкәртеү маҡсатында рейд үтте. Уны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре ойошторҙо. “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу мөһим. Боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш”, - ти республика авария хеҙмәтенең эҙләү-ҡотҡарыу үҙәге етәксеһе урынбаҫары Алексей Носенко.
“Йоҡа боҙ” тип аталған рейдта “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Салауат Заманов та ҡатнашты. Ул әҙерләгән репортажды киске сығарылыштарҙа тәҡдим итербеҙ.






