Йыйын киләһе аҙнала Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында ойошторола. Унда “Ир-егеттәр ҡоро” республика йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге ҡарала, “Ил терәге” наградаһы тапшырыла. Баймаҡта “Ир-егеттәр ҡоро” 2018 йылдан эшләп килә. Ойошма рәйесе Илгиз Йәнбирҙин әйтеүенсә, район ир-егеттәре төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ир-егеттәр форумына теркәлеү дауам итә. Бәйләнештә социаль селтәрендә айырым төркөм булдырылған.






