Бөгөн танылған артистҡа күп йыллыҡ эшмәкәрлеге һәм баш ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ошондай мәртәбәле исем тапшырылды. “Был минең өсөн генә түгел яҡындарым һәм коллективым өсөн ҙур ғорурлыҡ”, - ти ижадсы.
Әле Сәүиә Сираева Өфө “Нур” татар дәүләт театрында эшләй. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы.






