Башҡортостан судынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күргән ҡатын былтыр интернетта сит ил кешеһе менән таныша. Ир үҙен Нигериянан Йемендә эшләп йөрөгән хәрби хирург булараҡ таныштырған. Ысынында мутлашыусы Мәскәү өлкәһендә йәшәгән. Ноябрҙә ул интернет-танышын посылканы һаҡлауға алырға үтенгән. Ҡатынға транспорт сығымдары өсөн 345 мең һум күсерергә кәрәк булған. Хәрби хирург аҙаҡ аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙәләгән. Әммә һуңынан ул элемтәгә сыҡмаған. Суд ҡарары буйынса мутлашыусы һаҡ аҫтына алынған.




