Башҡортостанда гандбол үҫешенә лә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеләсәк

Был турала Радий Хәбиров менән Рәсәй гандбол федерацияһы рәйесе Сергей Шикаревтың осрашыуында билдәләнде.

Һөйләшеү барышында республикала был спорт төрөн үҫтереү мөмкинлектәре һәм олимпия резервы училищеһын асыу тураһында фекер алышынды. Әле Рәсәй суперлигаһы уйындарында Башҡортостан данын ике коллектив яҡлай.

 Ирҙәр араһында Өфө дәүләт нефть техник университеты – ВНЗМ клубы өсөн «Аҡбуҙат» командаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙа «Өфө-Алиса» сығыш яһай. Ирҙәр турнир таблицаһының уртансы баҫҡысын биләһә, Алиса чемпионатта һуңғы урындарҙа килә. Киләһе миҙгелдә ике команда өсөн дә юғары ҡаҙаныштар яулау талабы ҡуйыла, шуға ла республика етәкселеге финанслау күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итә.

Йәш гандболсылар әҙерләү ҙә иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан «мәктәптә-гандбол» программаһына ҡушыла. Киләсәктә шулай уҡ был спорт төрө өсөн махсус физкультура һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү пландары бар.

Фото №1 - Башҡортостанда гандбол үҫешенә лә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеләсәк

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ