Уҙған тәүлектә республикалағы 9 юл-транспорт ваҡиғаһында, 10 кеше зыян күргән

Аварияларҙың береһе М-5 федераль трассаһында, Туймазы районында теркәлде. Форд фокус менән ҡаршы һыҙаттан килгән Скания йөк машинаһы бәрелеште. Һөҙөмтәлә сығышы менән Свердловск өлкәһенән булған 45 йәшлек автоһәүәҫкәр дауаханаға оҙатылды.

Сибайҙа иһә ВАЗ автомобиленең иҫерек водителе аварияға юл асты. Төрлө йәрәхәттәр алған 34 йәшлек ирҙе ваҡиға урынынан медицина учреждениеһына оҙатырға тура килде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҙған тәүлектә 2 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡланы. 17 иҫерек водитель туҡтатылды.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республикалағы 9 юл-транспорт ваҡиғаһында,  10 кеше зыян күргән

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ