Төркиә эшҡыуарҙары төбәктә йылға параходсылығын үҫтерергә ниәтләй. Ҡалала порт, ҡунаҡхана һәм парковкалар комплексы төҙөү ҡарала. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов һәм «Козува төркөмө» директорҙар советы етәксеһе Бора Ишинер менән осрашыу барышында килешелде.
Ағиҙел ҡалаһындағы порт тауарҙарҙы транспортлауға киткән сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн Куйбышев тимер юлдары етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Рафиҡ Әхмәтшин




