Башҡорт дәүләт медицина университетында бөгөн бер төркөм студенттарға иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды

Пандемия осоронда улар республика ковид-госпиталдәрендә эшләнгән. Улар араһында Рәсәй төбәктәренә командировкаға барыусылар ҙа бар.БЮТ каналы хәбәрсеһе  Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әле медицина университетын тамамлап та өлгөрмәгән студент-ординаторҙар бөгөн тармаҡта ҙур тәжрибә лә туплаған. Кәм тигәндә улар алғы һыҙыҡта 4 ай самаһы эшләгән. Мәкерле сир менән көрәштә һынатмаған тиҫтәләрсә йәш белгес Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында Өфө егете Байрас Исхаков та бар. Ул ярты йыл  Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында эшләгән.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә Башҡорт дәүләт медицина университенынан барлығы ике мең ярым студент-ординатор, 300-ләп фән хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Улар араһында Башҡортостан ковид-госпиталдәренән тыш, Ҡырғыҙстан һәм Ҡарасәй-Черкес республикаларында, Амур өлкәһендә лә эшләп ҡайтыусылар була.

Белгестәр республикала мәкерле сиргә ҡарата хәлдең тотороҡло ҡалыуын билдәләй. Күпселек медицина учреждениеларының элекке эшенә ҡайтһа ла, пандемия әле сигенергә уйламай. Шуға ла һаҡланырға кәрәк.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт медицина университетында бөгөн бер төркөм студенттарға иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ