ӨФөнөң Октябрь районында Космонавтика көнөнә арнап күләмле сара ойошторолдо

 Рус драма театрында йыһанды өйрәнеүҙең 60 йыллығына арналған осрашыуҙа тармаҡтың абруйлы белгестәре, авиамоделдәр эшләүсе үҫмерҙәр ҡатнашты. Космонавтар менән тура бәйләнеш булдырылды.  Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Был квадрокоптерҙарҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт гимназяһы уҡыусылары йыйыған. Егеттәр мәктәп йылдарында Роскосмос үткәргән бөтә фәнни-олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған. Улар Рәсәй юғары уҡыу йорттарын һайлап, бюджет бүлегенә уҡырға инеү хоҡуғы менән ҡуллана ала.. 

Мәктәп уҡыусылары авиамоделдәр эшләү түңәрәгендә күп функциялы  бәләкәй  квадрокоптерҙарҙан алып, ерҙең  яһалма юлдаштарына тиклем ҡора ала. Уларҙың осоу аппараттары Бөрйән һәм Белорет райондарында урман янғындарын һүндереүҙә ҡулланылды.

Октябрь районында Йыһан байрамын ойоштороусылар  йәштәрҙе авиа-космик һөнәрҙәргә ылыҡтырыуҙы, космос өлкәһендә, астрономияла, авиацияла һәм робот техниаһын йыйыуҙа белемдәрен нғытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Ошондай нано-спутниктарҙы үҫмерҙәр ике аҙна эсендә йыя, ә оҫтарып алғанда ике көндә лә  мөмкин, ти йәш астронавтар. Улар ярҙамында ерҙең магнит полюстарын, ультрафиолет нурҙарҙы үлсәргә мөмкин. Шулай у3  төрлө программалар ҡороп фәнни тикшеренеүҙәр  үткәрергә була.

Йыһанды өйрәнеүҙең 60-йыллығына арналған сарала Юрий Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү бүлегенән космонавт-һынаусы Сергей Ревин һәм Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленюк менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Йыһангирҙәр залда ултырған йәштәрҙең һорауҙарына ҡыҙыҡлы яуаптар бирҙе. Кешелек тарафынан  йыһанды әүҙем өйрәнеүгә алты тиҫтә йыл ваҡыт үткән. Беҙҙең ил был өлкәлә алдынғы һыҙыҡта бара.Космонавтика тармағына -Башҡортостан йәштәрнең күпләп  ылығыуы икеләтә ҡыуаныслы.

Йыһан киңлектәрен яулау кешелеккә еңел генә бирелмәй. Тәүге осоштар ябай ҡанаттарҙан башланған, тик кешеләр бер нимәгә ҡарамәй зәңгәр һауа киңлегенә ынтылған. Һауа шарҙары, дирижабельдәр,самолеттар. Әммә  кешелек йыһанға сығырға теләй. Сара сиктәрендә ойошторолған тематик оҫталыҡ дәрестәре, күсмә планетарий, интерактив таҡталар һәм ҡыҙыҡлы инсталляциялар йыһан менән ҡыҙыҡһыныусы үҫмерҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Фото №1 - ӨФөнөң Октябрь районында Космонавтика көнөнә арнап күләмле сара ойошторолдо

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ