«Торатау» Конгресс-холлында бөгөн наркоманияны иҫкәртеүгә арналған республика форумы үтте

12-се йыл рәттән ойошторолған сарала был юлы алты төр мәғариф майҙансыҡ эшләне. Уның менән бергә учреждение фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә лә ойошторолдо. Баш ҡаланың урта махсус уҡыу йорттары, хәрби-патриотик, балалар һәм үҫмерҙәр клубы ағзаларының эштәре менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде.

Проект ҡатнашыусылары иғтибарын форумдың ғилми-ғәмәли өлөшө лә йәлеп итте. Теләге булған һәр кем мөмкинлеген интеллектуаль уйындарҙа һынап ҡараны. Баш ҡаланың Калинин районына ҡараған «Лидер» балалар һәм үҫмерҙәр клубы форумда сатраш уйыны менән сығыш яһаны. Ул үҙәктең уңышлы эшләп килгән төп йүнәлештең береһе. Әле клубта, ғөмүмән, меңгә яҡын бала шөғөлләнә.

Фото №1 - «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн наркоманияны иҫкәртеүгә арналған республика форумы үтте

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ