Белорет ҡалаһында кино мәктәбе эшләй башланы. Әле балалар фильмдар төшөрөүҙә ҡатнашҡан төрлө һөнәрҙәрҙе үҙҙәре һынап ҡарай. Шул рәүешле улар кино сәнғәтенең бар нескәлектәрен дә үҙләштерә аласаҡ.
Һуңынан кем актер ,ә кемдер режиссер булырын үҙҙәре хәл итәсәк. Ә режиссер әлегә берәү. Ул – Салауат Вәхитов. Илдең танылған кинорежиссеры тап Иҙел башында балалар кино мәктәбе асҡан. Буласаҡ экран йондоҙҙары тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
Фильм төшөрөү тураһындағы фильм. Әле балалар мауыҡтырғыс сюжеттар эҙләп йыраҡҡа йөрөмәй. Бар кино ла үҙҙәре, яңы үҙәләштерә башлаған һөнәр һәм тәҫьораттары тураһында. Кескәй дима бөгөн монтажер. Күптән түгел генә төшөрөлгән кадрҙар бер тайм линияға теҙелә. Тәү ҡарашҡа ябай эш кеүек күренһә лә, юғары оҫталыҡ талап итә. Кино мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тотош фильмды тәүҙә ҡағыҙҙа кадрҙарға бүлә.
Малайҙарҙы, әлбиттә, техника ҡыҙыҡтыра. Улар башлыса оператор һөнәрен яҡыныраҡ күрә. Шулай ҙа буласаҡ картинаның уңышы сценарий яҙыусы ҡулында. Тап ул ҡайһы урында ниндәй кадр төшөрөләсәге, актерҙың һәр ҡарашы, локациялағы һәр әйберҙе ентекләп ҡағыҙға теркәй. Фильм фәҡәт уның ҡарашы аша тормошҡа ашырыла.
Белорет ҡалаһының музыка мәктәбе ҡарамағындағы кино тңәрәге күптән түгел генә эш башлауға ҡарамаҫтан, унда йөрөргә теләүселәр күп. Балалар бер-нисә төркөмгә бүленеп шөғөлләнә. Әлегә уларҙың кемеһе монтаж оҫтаһы, актер, йә булмаһа каскадер икәне билдәһеҙ. Балалар һәр һөнәрҙә лә үҙен һанап ҡарай. Иң мөһиме урамда бөтөнләй ролһеҙ йөрөмәй , ти Салауат Вәхитов.
Балалар үҙҙәре төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы әле социаль селтәрҙәргә генә һала бара. тамашасылар ҙа башлыса ата-әсәләр, таныш-тоноштар . Кем белә бәлки киләсәктә уларҙың фамилиялары ла фильм һуңындағы титрҙарҙа яҙыла башлар . Ә бәлки картина башланғанса ла иғлан итә башларҙар.
Айнур Кәбиров




