Документ илдә тикшереү уҙғарыу өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеүгә тәүге аҙым. Был йәһәттән республика беренселәрҙән булып яңы башланғысҡа нигеҙ һала. Радий Хәбиров белдереүенсә, хеҙмәттәшлек итеүҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе – һанлы форматҡа күсеү. Дәүләт экспертизаһы иһә мәғлүмәт технолгияларын индерергә булышлыҡ итә. “Майҙа берҙәм федераль һанлы экспертиза платформаһын һынаясаҡбыҙ. Беҙҙең маҡсат 2030 йылға тиклем йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү. Был килешеү ошо бурысты тиҙерәк үтәргә булышлыҡ итәсәк”, тип билдәләне Радий Хәбиров.




