“Рәсәйҙә традицияларҙың һәм телдәрҙең күп төрлөлөгө илдең тиңе булмаған байлығы һанала”, - тине президент. Дәүләт башлығы һәр мәҙәниәттең үҙенсәлекле булыуын һәм Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау мөһимлеген билдәләне. “Күп милләтле булыуыбыҙ – ғорурланыу өсөн шәп мөмкинлек. Дәүләт аҙ һанлы халыҡтарға, улар йәшәгән тәбиғи мөхитте һаҡлауға ҙур иғтибар бирә”, тине Владимир Путин.






